«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020»

EWJWshyC14E

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы уҙғарылды. Ул онлайн-форматта үтте. Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура трансляция булды.
— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Был акцияла 3-сө лицей уҡытыусылары, уҡыусылары, ата-әсәләр ҡатнашты.Байтаҡ уҡытыусылар үҙҙәренең ғаиләләре менән диктант яҙҙы. Барыһын да бер маҡсат берләштерҙе: туған телгә һөйөү һәм үҙеңдең уны ни кимәлдә белеү-белмәүеңде тикшереү.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *