21 февраль – бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө.

20180220_094312

Ер шарында алты мең төрлө тел бар. Әммә улар өҙлөкһөҙ кәмей. Тап шуларҙы һаҡлау, үҫтереү маҡсатында ЮНЕСКО 2000 йылда Халыҡ-ара туған тел көнөн айырым билдәләй башланы. Шулай итеп, 21 февраль – бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө.

    Телде үҫтереү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу – ул һәр бер кешенең оло бурысы. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, элек-электән башҡорт улдары туған тел, әсә теле өсөн яуға күтәрелгән. Бөгөн беҙ тыныс заманда йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, башҡорт телебеҙ яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж.

      Беҙҙең лицей уҡыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы. Туған телебеҙгә арнап «йондоҙло сәғәт» уйынын үткәрҙек. Сарала 3а класы уҡыусылары актив ҡатнашты.Ишбаева Әдилә еңеүсе булып сыҡты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы Ә.Ә.Ялалова телсе ғалимдарға арналған презентациялар,китаптар күргәҙмәһе ойошторҙо.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *